12:24 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Өфөлә «Алтын ҡурай» проектын ойоштороусылар Ирандан 20 миллиард һум аҡса һалырға әҙер инвесторҙар тапҡан

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Ирандың ETEMAD компанияһы вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районында (аэропорттан 15 минутлыҡ юл) туристик-эшлекле комплекс, ҡасаба һәм социаль объекттар төҙөлөшөн финанслауҙы күҙ уңында тотҡан инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Иран яғы проектҡа 20 миллиард һум аҡса һалырға әҙер һәм берлектәге предприятиены ойоштороусыларҙың береһе булырға ниәтләй.
«Беҙҙең уйыбыҙса, комплекс республика һәм федераль кимәлдәгәе конгресс сараларын уҙғарыу урыны булырға, Рәсәй һәм сит ил туристарын йәлеп итергә, корпоратив, ғаилә ялын ойошторорға ярҙам итергә тейеш, — тип асыҡлыҡ индерҙе «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Гүзәл Ишмийәрова. — Иран партнерҙары Башҡортостанда ял итеү өсөн туристар төркөмөн ойошторорға әҙер, ләкин беҙҙең барлыҡ шифаханалар, ял базалары бер үк ваҡытта 50-60 кешене һыйҙыра алмай. Беҙҙең комплекс иһә бер ваҡытта өс меңгә яҡын туристы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән».
«Алтын ҡурай» компанияһы етәкселеге инвестор менән төҙөлөштө 2020 йылға, Бөтә донъя Фольклориадаһына, тамамларға ниәтләй.
Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ирандың ETEMAD Infrastructure Industry Independent Consultants Ltd компанияһы нефть эшкәртеүҙә һәм төҙөлөштә АҠШ, Бөйөк Британия, Төркиә, Ираҡ һәм башҡа илдәр менән оҙайлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә.
http://www.bashinform.ru/news/1146826-v-ufe-organizatory-proekta-zolotoy-kuray-nashli-investorov-iz-irana-gotovykh-vlozhit-20-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика