02:30 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Башҡортостанда ғалимә эре мөгөҙлө мал өсөн осһоҙ һәм файҙалы өҫтәмә аҙыҡ уйлап сығарған

styknews.info
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ауыл хужалығы фәндәре докторы Мәрйәм Маликова урындағы минералдарҙы һәм мәтеле ултырмаларҙы файҙаланып, эре мөгөҙлө мал өсөн осһоҙ һәм файҙалы өҫтәмә аҙыҡ уйлап сығарған. Комплекслы өҫтәмә минерал аҙыҡ шартлы рәүештә «Надежда» тип исемләнгән. Уның составында дифторирланған фосфат, тәбиғи цеолит, спреполь, мал аҙығы аҡбуры, магнезит, мал аҙығы сераһы, микроэлемент тоҙҙары һәм аш тоҙо. Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты хеҙмәткәре ике фермер хужалығында тикшеренеү үткәргән һәм киләһе һөҙөмтәләр алған: быҙауҙар тәүлегенә уртаса – 16-24 процентҡа һимергән, һауым 7-14 процентҡа артҡан. Өҫтәмә мал аҙығы өлөшөнөң уртаса хаҡы дүрт һумда (тәүлегенә бер тапҡыр ҡулланыла) көнөнә иҡтисади файҙа 10-11 һум тәшкил иткән.
Һөҙөмтәләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-техник совет эштәре барышында белдерелде. Институтта аңлатыуҙарынса, киләсәктә «Надежда»ның һөҙөмтәлелеген тағы ун хужалыҡта иҫбатлау күҙаллана. Артабан рецепҡа патент алынасаҡ, һуңынан өҫтәмә аҙыҡты ҡатнаш мал аҙығы заводтарында етештереүгә индерергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1146032-v-bashkirii-uchenaya-izobrela-deshevuyu-i-effektivnuyu-podkormku-dlya-krs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика