09:16 (UTC+5), 18 Апрель 2018

Башҡортостанда АЛ-41Ф-1 тәжрибә авиадвигателенең дәүләт стенд һынауҙары тамамланды

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың төп предприятиеһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, тәжрибә двигателен һынау тамамланды. АЛ-41Ф-1 турбореактив двигателе буйынса дәүләт комиссияһының йомғаҡлау ултырышында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә («Ростех» дәүләт корпорацияһының берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) тантаналы рәүештә двигателдең тәжрибә өлгөһөнөң дәүләт стенд һынауҙары тамамланыуы тураһында акт тапшырылды. Тантана предприятиеның Мәскәүҙәге филиалында — А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторҙар бюроһында үтте.
Дәүләт комиссияһы рәйесе полковник Владислав Брусков А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторҙар бюроһының генераль конструкторы-директоры Евгений Марчуковҡа АЛ-41Ф-1 әҙерләүҙә мөһим этаптың тамамланыуы хаҡында документ тапшырҙы.
Шулай итеп, 14 йыл барған тәжрибә-конструктор эштәре тамамланды. АЛ-41Ф-1 Су-57 (ПАК ФА) бишенсе быуын истребителе өсөн беренсе этаптың двигателе функцияһын башҡара. ПАК ФА менән АЛ-41Ф-1 тәүге тапҡыр 2010 йылдың 29 ғинуарында һынау үтте.
Әлеге ваҡытта Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы Су-57 өсөн икенсе этап двигателе өҫтөндә эш алып бара. 2017 йылдың 5 декабрендә самолет икенсе этап двигателе менән тәүге тапҡыр һауаға күтәрелде, осош штат режимында уҙҙы. Перспективалы двигатель эшләгәндә яңы технологиялар һәм материалдар ҡулланылған. Был бишенсе быуын көс ҡулайламаһына ҡуйылған техник талаптарға өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр ителә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1145778-v-bashkirii-zaversheny-gosudarstvennye-stendovye-ispytaniya-opytnogo-aviadvigatelya-al-41f-1-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика