Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2018, 09:05

1 майҙан Башҡортостанда электричкаларҙа йөрөү ҡиммәтләнә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 1 майҙан ҡала яны тимер юл транспортында пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡиммәтләнә.
«2018 йылдың 1 майынан электричкаларҙа йөрөүгә 21 һум һәм 10-сы саҡрымдан һуң артабанғы һәр саҡрым өсөн 2,1 һум күләмендә сикке хаҡ билдәләнә. 2016 йылда ул 19 һум күләмендә билдәләнгәйне», — тип хәбәр итте республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Мәҫәлән, Өфө — Шишмә маршруты буйынса юл хаҡы ғәмәлдәге 80 һумдан 1 майҙа 88 һумғаса күтәрелә.
Хәҙер шундай уҡ автобус маршрутында йөрөү пассажирға 120 һумға төшә.
Республика буйынса бөтәһе 85 ҡала яны электричкаһы йөрөй һәм уларға ихтыяж даими арта, тип билдәләнеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.
«Электричкаларҙың льготалы пассажирҙар категорияларына ташламалар артабан да һаҡлана», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
http://www.bashinform.ru/news/1145589-s-1-maya-v-bashkirii-podorozhaet-proezd-v-elektrichkakh/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: