09:05 (UTC+5), 17 Апреля 2018

Өфөлә «Бәләкәй төҙөүсе» үҙенсәлекле балалар майҙансығы асылды

Рәсәй Төҙөлөш министрлығы
Рәсәй Төҙөлөш министрлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Балалар иғтибарын төҙөлөш тармағы һөнәрҙәренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Бәләкәй төҙөүсе» беренсе тематик балалар майҙансығы Башҡортостан Республикаһында асылды. Төҙөлөш техникаһы формаһындағы әйберҙәр менән уйын киңлеге «Мин – буласаҡ төҙөүсе!» проекты сиктәрендә эшләнгән, тип хәбәр итте Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы рәйесе Сергей Степашин ведомствоның киңәйтелгән ултырышында.
Төҙөлөш тематикаһында биҙәлгән уйын зонаһында балалар өсөн уйын төҙөлөш элементтары – башня краны, самосвалдар, экскаваторҙар һәм башҡа төҙөлөш техникаһы урынлашҡан. Бөтә ҡорамалдар ҙа хәүефһеҙ һәм балаларға уйнағанда ҡулланырға яраҡлы.
«Моғайын, балаларҙы кесе йәштән уҡ тармаҡҡа йәлеп итергә кәрәк һәм майҙансыҡ төҙөүсе һөнәре менән уйын аша танышыу мөмкинлеге бирә. Төбәктәрҙең был башланғысты күтәреп алыуҙары мөһим һәм беҙ Йәмәғәт советы тарафынан оҡшаш проекттарға кәрәкле ярҙам күрһәтербеҙ», — тип билдәләне Сергей Степашин.
Балалар майҙансығы ҡорамалдары юғары сифатлы материалдарҙан эшләнгән һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә: уйын зонаһы махсус һаҡлағыс ҡатлам менән ҡапланған, ул йәрәхәт алыу мөмкинлегенә юл ҡуймай. Майҙансыҡ ҡорамалдарында осло мөйөштәр юҡ, ә бейеклектә урынлашҡан уйын зоналары махсус ҡоймалар менән кәртәләнгән.
«Бәләкәй төҙөүсе» балалар төҙөлөш майҙансығын асыу «Мин – буласаҡ төҙөүсе!» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа төп этаптарҙың береһе булды. Быйыл проекттың эшсе төркөмө менән медиа үҫеш күҙалланған, атап әйткәндә, төҙөлөш тармағы һөнәрҙәре хаҡында документаль фильм сығарыу планлаштырыла.
Белешмә. Ҡала үҙәгендә Цюрупа урамында урынлашҡан «Бәләкәй төҙөүсе» балалар майҙансығын Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы «Беренсе трест» компаниялар төркөмө менән берлектә эшләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1145053-v-ufe-otkrylas-unikalnaya-detskaya-ploshchadka-malenkiy-stroitel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика