Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2018, 13:30

Башҡортостан башлығы «Чжифан» компанияһына трактор заводын төҙөү өсөн ер участкаларын бүлергә ҡушты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Чжифан» Башҡорт халыҡ-ара компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ өс йылға ҡуртымға бирергә ҡушты. Тейешле бойороҡ 17 апрелдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, Благовещен районында трактор заводын төҙөү өсөн ҡуртымға бирелгән ике участканың майҙаны 380239 һәм 207322 квадрат метр тәшкил итә.
Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу республика башлығы хакимиәтенә йөкмәтелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, февралдә «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан хөкүмәте «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө, һуңғыһы Благовещенда завод төҙөүгә 6 миллиард һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Документҡа ярашлы, был майҙансыҡта йыл һайын 20 меңгә тиклем трактор сығарыу күҙаллана. Моноҡалала 500-ҙән ашыу эш урыны булдырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1145207-glava-bashkirii-rasporyadilsya-vydelit-kompanii-chzhifan-zemelnye-uchastki-dlya-stroitelstva-traktor/
Читайте нас: