05:30 (UTC+5), 16 Апреля 2018

Республиканың бюджет аҡсаларын депозиттарҙа урынлаштырыуҙан ингән табышы 3 миллиард һум тәшкил итте – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың ваҡытлыса буш бюджет аҡсаларын депозиттарҙа урынлаштарыуҙан ингән табышы 2017 йылда 3 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярскиҙа иҡтисади форумда ТАСС агентлығына интервьюла белдерҙе.
- Аҡсалар Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк кеүек ҙур-ҙур банктарҙа ята. Республика ғөмүмән аҡсаны бәләкәй банктарҙа тотмай. Билдәле бер сумманың йыйылыуы һуңғы йылдарҙа һалым базаһының артыуы, беҙгә «Башнефт»тең ярҙам итеүе менән бәйле. Бынан тыш, беҙҙә бер аҙ профицит бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул рәүешле, ваҡытлыса буш бюджет аҡсаларын урынлаштырыуҙан бюджеттың өҫтәмә табышы 3 миллиард һум самаһы тәшкил итте.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, алынған аҡсалар социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
- Сығымдар йыйымы бюджетыбыҙ менән билдәләнгән, – тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Был тик социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, атап әйткәндә, дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аналитика кредит рейтинг агентлығы (АКРА) баҫтырып сығарған тикшеренеүҙәргә ярашлы, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, аҡсаларҙы депозиттарҙа урынлаштырыуҙан ингән табыш бурыстарҙы хеҙмәтләндереү сығымдарынан уҙып киткән. Бынан тыш, РБК мәғлүмәттәре буйынса, республика финанс резервтары булған 11 төбәк иҫәбенә инә.
http://www.bashinform.ru/news/1144231-dokhody-bashkirii-ot-razmeshcheniya-byudzhetnykh-sredstv-na-depozitakh-sostavili-3-mlrd-rubley-ruste/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика