12:36 (UTC+5), 16 Апрель 2018

Башҡортостанда баҡыр руднигын төҙөү буйынса проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Баҡыр мәғдәнен сығарыу һәм байыҡтырыу өлкәһендәге яңы проект Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде, тип хәбәр иттеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һүҙ Яңы Учалы баҡыр-колчедан мәғдәне ятҡылығын әҙерләү өсөн ер аҫты руднигын төҙөү хаҡында бара. Шуға ярашлы 785 эш урыны булдырыу күҙаллана. Проекттың инициаторы булып Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты сығыш яһай.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 22,7 миллиард һум.
Проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡыты — 2063 йылға тиклем.
Инвестиция проекты ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урындарын тейешле инженер селтәрҙәре һәм ҡорамалдар менән йыһазландырып, тау-капиталь эштәрен башҡарыуға, шулай уҡ өҫтәге биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы төҙөүгә йүнәлтелгән.
Проект документацияһында ятҡылыҡтың бөтә баланс запастарын этаплап эшкәртеү ҡаралған.
Мәҫәлән, Өҫкө ҡатламды эшкәртеүҙең тәүге этабында йылына 1,1 миллион тонна, икенсеһендә — 3,3 миллион тонна, өсөнсөһөндә 4,5 миллон тонна мәғдән сығарыу күҙаллана.
Әле Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 197 миллиард һумдан ашыулыҡ 49 проект бар. Улар уңышлы бойомға ашырылған осраҡта 12 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1144826-proekt-po-stroitelstvu-mednogo-rudnika-vklyuchen-v-perechen-prioritetnykh-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика