Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2018, 12:50

Өфө эргәһендә идара итеүсе компания ҡалдыҡтар йыйған

БР Экология министрлығы
БР Экология министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Осоргин ҡасабаһы халҡы республиканың Экология министрлығына көнкүреш сүп-сарын ваҡытында сығармауға зарланған. Тораҡ пунктын хеҙмәтләндергән идара итеүсе компания даими ҙур ҡалдыҡтар күләмен йыйып, сүп-сарҙы сығармаған. Инспекторҙар ҡасабаға барып, хоҡуҡ боҙоуға инанған.
«Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары кәмендә тәүлегенә бер тапҡыр сығарылырға тейеш. Бынан тыш, контейнерҙар майҙансығы өс яҡтан 1,5 метр бейеклектә ҡойма менән кәртәләнә. Ул саҡта ел сүп-сарҙы йән-яҡҡа осормаҫ ине. Контейнерҙарҙа был майҙансыҡ хужаһы һәм ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы хаҡында мәғлүмәт яҙылыу шарт», — тип комментарий бирҙе ведомствоның Өфө территориаль идаралығы хеҙмәткәре Евгений Крючков. Идара итеүсе компанияға штраф һалынасаҡ һәм эште тейешенсе башҡарыуҙары һораласаҡ, тип хәбәр иттеләр Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1143759-v-prigorode-ufy-upravlyayushchaya-kompaniya-nakaplivala-zalezhi-otkhodov/
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: