11:53 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Республикала тағы ла өс ҡала йылдам үҫеш биләмәһе статусына дәғүә итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу мәсьәләләре буйынса федераль комиссияһы ултырышында Башҡортостандың Белорет, Благовещен һәм Нефтекама ҡалаларында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыуға ғаризалары хупланды.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарының тейешле проекттарын әҙерләй, тип хәбәр итә республика Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәте.
2016 йылдың декабрендә Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларына йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусы бирелде. Әле был ҡалаларҙа 14 резидент теркәлгән. Улар – химия, еңел сәнәғәт өлкәһендәге, төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ойошмалар. Уларҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыу 2,8 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә һәм ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. 2017 йылда Бәләбәй һәм Күмертау моноҡалаларында резиденттар 1,2 миллиард һум самаһы инвестиция һалған һәм 600 эш урыны булдырған.
http://www.bashinform.ru/news/1143183-v-bashkirii-eshche-tri-goroda-poluchat-status-tor/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика