Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель 2018, 07:00

Республикала йәшәү минимумын «кәштәләргә» һалдылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан статистары 2017 йылдың IV кварталында республикала бер кешегә уртаса иҫәптә йәшәү минимумы дәүмәленең нимәнән килеп сыҡҡанын атаны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Хөкүмәте уҙған йылдың IV кварталына бөтә халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәлен 8 318 һум күләмендә билдәләне, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 8 850, пенсионерҙар өсөн – 6 810, балалар өсөн – 8 288 һум.
Бөтә халыҡтың йәшәү минимумы бер кешегә иҫәптә түбәндәге рәүештә килеп сыҡты.
Иҫәпләнгән 8 318 һумдың төп өлөшөн ҡулланыу кәрзине «ашай», уның хаҡы 7 732 һум тәшкил итә. Унан иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһына – 3 884 һум, ризыҡҡа ҡарамаған тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә 1 924-шәр һум тура килә.
Мотлаҡ түләүҙәр һәм иғәнәләр уйынса сығымдарға айына 586 һум бүленә.
Башҡа халыҡ төркөмдәренә килгәндә, атап әйткәндә, пенсионерҙарға, раҫланған айына 6 810 һумдан ҡулланыу кәрзине хаҡы шундай уҡ сумма тәшкил итә. Уларҙан 3 418 һум – аҙыҡ-түлеккә, 1 696 һум – аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға, 1 695 һум хеҙмәттәргә бүленә.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн иҫәпләгән айлыҡ 8 850 һумдан бер кеше өсөн ҡулланыу кәрзиненә 7 881 һум тура килә. Уларҙан иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы – 3 956 һумға, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар – 1 963 һумға, мотлаҡ түләүҙәр һәм иғәнәләр буйынса сығымдар 969 һумға баһалана.
Балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 8 288 һум тәшкил итә. Нәҡ шунса ҡулланыу кәрзиненә бүленә. Был сумманан бала өсөн иң кәм туҡланыу йыйылмаһы айына 4 173 һумға баһалана. Уның өсөн аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатып алыу – 2 058, хеҙмәттәр – 2 057 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәле ҡулланыу кәрзиненән, шулай уҡ мотлаҡ түләүҙәр һәм иғәнәләр хаҡынан тора.
Ҡулланыу кәрзине – кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәйешен иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү өсөн кәрәк, уның хаҡы минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы нисбәтендә билдәләнә.
Шартлы (минималь) аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы уға ингән аҙыҡ-түлеккә ҡулланыу хаҡтары кимәленең төбәк-ара дифференциацияһын сағылдыра. Дөйөм алғанда 33 төр.
http://www.bashinform.ru/news/1141791-prozhitochnyy-minimum-v-bashkirii-razlozhili-po-polochkam/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: