10:39 (UTC+5), 10 Апреля 2018

Республика аграрийҙары ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың сәсеү майҙандарын арттыра

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары ҙур һорау менән файҙаланған культураларҙың сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Һүҙ тәү сиратта май бирә торған үҫемлектәр хаҡында бара, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл, ужым культураларын ҡабаттан сәсеүҙе иҫпкә алмайынса, бөтәһе 2,065 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора.
Сәсеү майҙандары структураһына ярашлы, 31,6 мең гектарҙа, көнбағыштан башҡа, май бирә торған үҫемлектәр үҫтереү күҙаллана. Борай сәсеү майҙандарын — 800 гектарға, бөртөклө, ҡуҙаҡлы культураларҙың иһә 19,1 мең гектарға арттырыу ҡаралған.
Яҙғы культураларҙы (134,2 мең гектарға), шәкәр сөгөлдөрөн (4,1 мең гектарға), ашлыҡҡа кукурузды (5,5 мең гектарға) сәсеү майҙандары кәметелә.
Шулай итеп, быйыл яҙғы культураларҙы 1,353 миллион гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Былтыр иһә 1,468 миллион гектарҙа сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө өсөн 48,7 мең гектар, көнбағышҡа — 216,2 мең гектар, мал аҙығы культураларына 858,8 мең гектар бүлеү күҙаллана, тип белдерҙеләр аграр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1141705-agrarii-bashkirii-uvelichat-posevnye-ploshchadi-vysokomarzhinalnykh-kultur/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика