Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2018, 08:06

Башҡортостанда паллиатив медицина ярҙамы үҙәге төҙөлә

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы яңы инвестиция проекты хаҡында хәбәр итте. Пациенттарҙы тәрбиәләүгә махсуслашҡан «Шәфҡәтлелек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте паллиатив ярҙам үҙәге төҙөү тәҡдимен индерҙе. Инвестор аталмай: ведомствола аңлатыуҙарынса, әлеге мәлдә проект бизнес-планда, уның йөкмәткеһе коммерция сере булып тора. Инвестицияларҙың суммаһы — 1,5 миллиард һум.
Проектта 200 урынлыҡ алты ҡатлы корпус төҙөү һәм 300 эш урыны булдырыу ҡаралған. Медицина үҙәге юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Уны 2020 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1141293-v-bashkirii-postroyat-meditsinskiy-tsentr-palliativnoy-pomoshchi/
Читайте нас: