09:15 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы аталды

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө һөткә хаҡтар буйынса йәнә Башҡортостандың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды.
Башҡортостанстаттың март өсөн һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә уртаса хаҡ 46,78 һум тәшкил иткән. Февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында һөттөң хаҡы тағы ла юғарыраҡ булған һәм бер литры 47,44 һумға еткән.
Шартлы икенсе урында – Сибай ҡалаһы, был ҡала халҡы пастеризацияланған һөттө мартта 45,13 һумға алған.
Өсөнсө урында Нефтекама – бер литры 44,53 һум.
Иң осһоҙ һөт Стәрлетамаҡта булған. Статистика хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, бында һөттөң литры уртаса 44 һумға баһаланған.
Дөйөм алғанда, республика буйынса ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөттөң уртаса хаҡы март айында 45,68 һум булған, февралдә – 45,81 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1141211-nazvan-samyy-dorogoy-gorod-bashkirii-po-tsenam-na-moloko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика