05:30 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара двигателдәр эшләү форумында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы күргәҙмәһендә булды

«Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмә комплексында барған Халыҡ-ара двигателдәр эшләү форумында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы экспозицияһында булды.
Быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы форумдың ойоштороусыһы һәм генераль бағыусыһы булып сығыш яһай. Күргәҙмәлә холдинг авиация, диңгеҙ һәм ер өҫтө двигателдәре өлкәһендә өр-яңы асыштарын тәҡдим итте. Экспозиция хәрби авиация өсөн двигателдәрҙән алып сәнәғәт тәғәйенләшендәге газ турбинаһы ҡоролмаларына тиклем корпорация эшенең бөтә төп йүнәлештәрен сағылдыра.
Форумда холдингтың Өфө предприятиеһы – «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнаша. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы экспозицияһы сиктәрендә ул самолеттарға форсаждан тыш үтә тауышлы тиҙлек үҫтереү мөмкинлеге биргән АЛ-41Ф-1С двигателе макеты менән таныштыра.
Күргәҙмәлә корпорацияның башҡа двигатель макеттары – РД-33МК, ПД-14, ВК-2500, ТВ7-117СТ тәҡдим ителгән. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кооперцияла уларҙы барлыҡҡа килтереү буйынса ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1140660-rustem-khamitov-posetil-ekspozitsiyu-odk-na-mezhdunarodnom-forume-dvigatelestroeniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика