09:49 (UTC+5), 09 Апреля 2018

Башҡортостанда миҙгелле баҫыу эштәренең хаҡы — 15,4 миллиард һум

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда аграрийҙарға республика бюджетынан 560 миллион һум өҫтәмә аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Һөт малсылығына ярҙам итеүгә 300 миллион һум бүленә. Ведомствола аңлатыуҙарынса, аҡса һатып алыу хаҡтарының түбән булыуына бәйле алып еткерелмәгән килемде компенсациялауға тотонола. Әле эшкәртелмәгән һөттөң 1 килограмы уртаса 19 һум тора — 2017 йылғы кимәлдән бер сиреккә түбән. Хаҡтарҙың төшөүенә илебеҙ баҙарына яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән арзан киптерелгән һөт килтереүҙәре сәбәпсе. 300 миллион һумды май айында март-апрелдә етештерелгән һөт өсөн субсидия рәүешендә түләү ҡаралған. Мартта ғинуар һәм февраль айҙарындағы һөт өсөн 318 миллион һум субсидия түләнгән.
Республика бюджеты шулай уҡ ергә документтарҙы ваҡытында тултырып һәм һалым буйынса бурыстарын ҡаплап өлгөрмәү сәбәпле федераль бюджеттан субсидияһыҙ ҡалған 527 хужалыҡҡа булышлыҡ итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Был хужалыҡтарға төбәк яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороуға 110 миллион һум йүнәлтә.
Тағы 150 миллион һум процент ставкаһын субсидиялауға йүнәлтелә, был 3,1 миллиард һум кредит йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә. Ағымдағы йылда республикаға федераль ҡаҙнанан бүленгән 398,35 миллион һум субсидия 6,5 миллиард һумдан ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит алырға мөмкинлек бирҙе. Шуның 5,8 миллиард һумы миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреүгә тотонола.
Сәсеү һәм урып йыйыу кампанияларын үткәреүгә, мал аҙығын әҙерләүгә быйыл бөтәһе 15,4 миллиард һум аҡса кәрәк, шуның 8,9 миллиардтан ашыуы — заем аҡсаһы.
http://www.bashinform.ru/news/1141011-stoimost-posevnoy-kampanii-v-bashkirii-15-4-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика