Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель 2018, 10:55

Рөстәм Хәмитов Дәүләт Советының конкуренцияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса ултырышында ҡатнашты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының төбәктәр эшмәкәрлегендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәргә арналған ултырышта ҡатнашты.
Ултырышта Рәсәй Президентының «Конкуренцияны үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында»ғы Указында билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн кәрәкле саралар тикшерелде.
Ултырышты асып, конкуренцияның төп мөһимлеге Рәсәй Конституцияһы тарафынан ҡаралған, тип билдәләне дәүләт башлығы Владимир Путин.
- Ғәҙел һәм намыҫлы конкуренция – ул иҡтисади һәм технологик үҫеш өсөн төп шарт, илдең яңырыу, уның бөтә тормош өлкәләрендә лә алға хәрәкәт итеү билгеһе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Уның һүҙҙәренсә, был өлкәлә хоҡуҡи көйләү тотош донъя стандарттарына тура килә. Һуңғы йылдарҙа монополияға ҡаршы дүрт закон пакеты ҡабул ителгән, бишенсеһе әҙерләнә. Хәҙер уларҙы тейешле хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе менән тәьмин итеү мөһим.
Шуның менән бергә конкуренция өлкәһендә ҡануниәтте тура иҫәпкә алмау осраҡтары, айырыуса ул темаға тейешле әһәмиәт бирмәгән урындағы власть яғынан йыш. Хәлдәрҙең ошондай торошо үҙ сиратында ил иҡтисадына ғәйәт ҙур зыян килтерә, бюджет сығымдарының артыуына, ҡалған етештереү урындарын ябыуға һәм продукцияның түбән сифатына килтерә. Һөҙөмтәлә бынан ҡулланыусылар зыян күрә.
Шуның менән бергә Президент власть органдары эшмәкәрлегендә конкуренцияны хуплауға нигеҙләнгән конкуренцияға ярашлы алымдарҙы ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте. Бынан тыш, кесе бизнесҡа һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт һәм муниципаль заказадарын һәм хеҙмәттәрен башҡарыу юлын планлы рәүештә киңәйтеү зарур.
2015 йылдан төбәктәр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән раҫланған конкуренцияны үҫтереү стандарттарын тормошҡа ашырыуға тотондо. Уҙған йылдың декабрендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү власть органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләнгән, ә 2018-2020 йылдарға Милли планда конкуренцияны үҫтереүгә аныҡ тармаҡтар һәм көтөлгән күрһәткестәр күрһәтелгән указ сыҡты.
- Бындай предметлы ориентирҙарҙы, әлбиттә, Федерация субъекттары менән бергә уларҙың үҙенсәлектәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һәр төбәк өсөн билдәләргә кәрәк тип уйлайым, – тине Владимир Путин. – Шул рәүешле, төбәк командаларында конкурент мөхитен булдырыу буйынса аныҡ күрһәткестәр, шулай уҡ биләмәләр өсөн өҫтөнлөклө, яңы, һанлы баҙарҙарҙа шәхси предприятиелар үҫтереү буйынса йөкләмәләр барлыҡҡа киләсәк.
Рәсәй Президенты төбәктәрҙе урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа һәм уларға баҙарға юл асыуға нигеҙләнгән төбәк протекционизмы тип йөрөтөлгән үҫештән киҫәтте. Дәүләт башлығы фекеренсә, был илдең берҙәм иҡтисади киңлеге нигеҙҙәренә ҡаршы килә, конкуренция мөхитен боҙа.
- Был йәһәттән ике төп нәмәне билдәләһем килә. Беренсеһе. Беҙҙең тармаҡтарға, компанияларға булышлыҡ итеү буйынса, шул иҫәптән импортты алмаштырыу сиктәрендә бөтә аҙымдарыбыҙ һөҙөмтәлелекте, эске кеүек, тышҡы халыҡ-ара баҙарҙа ла ихтыяжлы заманса конкуренцияға һәләтле тауарҙар һәм хеҙмәттәр сығарыуҙы хупларға тейеш, – тине Владимир Путин. – Икенсеһе. Баҙарҙарың торошона дөйөм ҡарарға, һорау перспективаларын иҫәпкә алырға кәрәк. Бында баланс эҙләү һәм табыу, нәҡ ғәҙел, тигеҙ конкуренция булдырыу шарт. Белдекле идара итеү алымдары булғанда эш бөтәһенә лә етәрлек.
Ултырыш барышында конкуренцияны үҫтереү буйынса бер төркөм төбәктәрҙең ыңғай тәжрибәһе билдәләнде. Атап әйткәндә, Стратегик инициативалар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева Башҡортостан Республикаһында тәбиғи монополия субъекттарының инвестиция проекттарында технологик һәм хаҡ аудиты механизмдарын индереү 138 миллион һум экономияларға һәм электр селтәрҙәренә технологик тоташыуға тарифтарҙы 53 процентҡаса төшөрөргә мөмкинлек биреүе хаҡында хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1140062-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-zasedanii-gossoveta-po-voprosam-razvitiya-konkurentsii/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: