12:00 (UTC+5), 06 Апреля 2018

Баҡыр мәғдәнен табыу һәм байыҡтырыу буйынса ике предприятие Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инде

met-all.org
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Баҡыр мәғдәнен табыу һәм байыҡтырыу өлкәһендәге ике яңы объект Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инде, тип хәбәр иттеләр республика Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән. Һүҙ йылына 1,2 миллион тонна күләмендә мәғдән табыу буйынса Сибай ер аҫты руднигының ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу иҫәбенә «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте Сибай филиалының етештереү ҡеүәтенә булышлыҡ итеү хаҡында бара.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,4 миллиард һум тәшкил итә, социаль файҙа – 14 яңы эш урыны булдырыу. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты: 2019 йылға тиклем.
Икенсе инвестиция проекты Сибай һәм Камаган ятҡылыҡтарының шахта һыуҙарын таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 239,1 миллион һум.
Проект 2011 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылған таҙартыу ҡоролмаларының етештереүсәнлеген сәғәтенә 400 кубик метрҙан 800-гә тиклем арттырыуҙы, шахта һыуҙарын таҙартыу кимәлен балыҡсылыҡ хужалығы тәғәйенләнешендәге нормаға еткереүҙе күҙ уңында тота. Төҙөлөш-монтаж эштәре яңы технологик ҡорамал ҡуйып, булған таҙартыу ҡоролмаларына төкәтмә төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Тормошҡа ашырыу ваҡыты: 2021 йылға тиклем. Ошо инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу Ҡарағайлы йылғаһында һыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Әле республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 173,2 миллиард һумдан ашыулыҡ 46 проект бар. Яңы эш урындары һаны 11 меңдән ашыу тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1140468-v-perechen-prioritetnykh-investproektov-bashkortostana-vklyucheny-dva-predpriyatiya-po-dobychie-i-ob/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика