08:16 (UTC+5), 05 Апреля 2018

Төбәктә «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумын уҙғарыу июнгә билдәләнгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 9-10 июндә Сибайҙа һәм Баймаҡ районында «Урал аръяғы-2018. Уңайлы инвестиция мөхите — эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы ойошторола. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Форумдың маҡсаты — Урал аръяғында инвестиця эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм юлдары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы институттары һәм саралары тураһында профессиональ диалог ойоштороу, шулай уҡ ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм уларҙы үҫтереү.
Сара барышында «Уңайлы инвестиция мөхите — эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» пленар ултырышын һәм Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын уҙғарыу күҙаллана.
Бынан тыш, форумдың программаһында түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған. Тикшереү өсөн темалар араһында — Урал аръяғы райондарында агробизнесты, туризмды, электр энергетикаһы тармағын, урман сәнәғәте комплексын үҫтереү, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеү.
Форум эшендә сит ил делегацияларының ҡатнашыуы күҙаллана.
Килгән ҡунаҡтар өсөн бай һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни программа әҙерләнгән. Ул һабантуйҙа ҡатнашыуҙы, спорт сараларына барыуҙы, ваҡиғалар туризмы һәм этнотуризм үҙенсәлектәре, Башҡортостандың кулинар традициялары менән танышыуҙы күҙ уңында тота.
http://www.bashinform.ru/news/1139348-provedenie-v-bashkirii-ekonomicheskogo-foruma-zaurale-2018-zaplanirovano-na-iyun/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика