12:52 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр өсөн йорттар төҙөүҙе тамамлау графигы раҫланған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «алданған өлөшсөләр» реестрына индерелгән граждандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса мөһим төбәк план-графигын, йәки «юл картаһы»н раҫланы.
«Юл картаһы» — республика биләмәһендәге 33 проблемалы объект төҙөлөшөн тамамлауҙың этаплы механизмы ул. 2 апрелдә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты уларҙы Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ебәрҙе. Апрель урталарында улар министрлыҡтың рәсми сайтында баҫылып сығырға тейеш», — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әле республикала 5,6 мең алданған өлөшсө бар. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргәндәр реестрында бөтәһе 1140-тан ашыу граждан иҫәпләнә.
«Өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре булған объекттар буйынса мәғлүмәт беҙҙә бик актуаль. Ләкин барыһы ла икеләтә, өсләтә һатыуҙар булған «Башстрой», «Стройпроектцентр» кеүек миҫалдарҙы белә, шуға күрә улар буйынса һандың үҙгәреүе мөмкин. Яңы зыян күргән кешеләр асыҡлана, документтарын килтерә, хәҙер беҙ Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә уларҙың дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен тикшерәбеҙ. Шуға күрә намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың һаны даими үҙгәреп тора. Әлегә, беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә ошондай 5,6 мең кеше бар», — тип белдергәйне «Башинформ» агентлығында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.
http://www.bashinform.ru/news/1138980-v-bashkirii-utverzhden-grafik-zaversheniya-stroitelstva-domov-dlya-obmanutykh-dolshchikov/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика