08:15 (UTC+5), 03 Апрель 2018

Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Башҡортостан 40-сынан 13-сө урынға күтәрелгән

newtambov.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 2015 йылда 40-сы урындан 2016 йылда – 20-се һәм 2017 йылда 13-сө урынға күтәрелгән. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала киләһе һөҙөмтәләр өлгәшелгән. Юридик берәмекте һигеҙ (11 ине) көндә теркәйҙәр, банкта иҫәпте бер көндә (биш ине) асалар, милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү – алты көн (ете), кадрҙар иҫәбенә ҡуйыу – дүрт-биш көн (10), ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау – 18 көн (алдан бер ай ваҡытты ала ине), күсемһеҙ милек объектына адрес уртаса 11 көндә бирелә (15 ине), электр селтәрҙәренә тоташыу – 42 көн (89 ине), газға – 135 көн.
Инвесторҙар бер нисә кимәлдә дәүләт ярҙамы ала: бизнестың башланғыс этабында субсидиялар (кире ҡайтармай торған), Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү фондында һәм банк-партнерҙарҙа кредитлауҙа яуаплылыҡты өҫкә алыу, адрес ярҙамы, Төбөк лизинг компанияһы хеҙмәттәре менән файҙалана.
Былтыр республиканың инвестиция проекттары дөйөм 156,4 миллиард һум инвестициялар күләме менән 22 миллиард һумға һалым ташламаһы алған. Һалым ташламалары менән йылдам үҫеш биләмәләрендә нигеҙләнгән, дәүләт-шәхси партнерлыҡ килешеүе төҙөгән, экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыусы инвесторҙар ҡуллана ала.
Дөйөм 2017 йыл йомғаҡтары буйынса республикала Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингының иң яҡшы тәжрибәләрен индереү буйынса план 99,4 процентҡа үтәлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1138392-v-natsionalnom-reytinge-investklimata-bashkiriya-podnyalas-s-40-na-13-mesto/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика