04:00 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ өсөн объекттар исемлегенә 280 объект инде

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә идара итеүгә тапшырыу өсөн объекттар исемлегенә 280 объект инде. Ошо хаҡта кисә Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр. Әлеге мәлдә алты концессия килешеүе төҙөлгән, дөйөм инвестициялар күләме – 35 миллиард һумдан ашыу. Көнсығыш сығыу юлы уларҙың иң эреһе булып һанала – 34 миллиард һум. Октябрьский ҡалаһының һыу һәм йылылыҡ тәьминәте системаһына инвестициялар 650 миллион тәшкил иткән, Салауат ҡалаһындағы бала табыу йортон яңыртыу – 286 миллион. Бөрөлә һыу тәьминәте һәм ҡойма һыуҙарҙы таҙартыу системаларының инвестиция проекты 70 миллионға финанслана, Федоровка районында йылылыҡ тәьминәте системаһы – 13,8 миллионға, Мишкә районының Ирсай ҡасабаһында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионат – 5 миллион һумға.
Республика Хөкүмәте инвестор-концессионер өсөн мөлкәткә нуль процент билдәләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1138047-v-bashkirii-v-perechen-obektov-dlya-gosudarstvenno-chastnogo-partnerstva-voshli-280-obektov/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика