Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2018, 11:00

Башҡортостан капиталь ремонт эшләү буйынса тәүге өс төбәккә ингән – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан – 2017 йылда капиталь ремонт программаларын үтәү кимәле буйынса илдең иң яҡшы төбәктәре иҫәбендә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ экспертизаһы» үҙәге йыл йомғаҡтары буйынса төбәктәр рейтингын әҙерләгән. Уҙған йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда алдынғы һәм артта ҡалышыусы субъекттар исемлегендә етди үҙгәрештәр булмаған. Әммә күҙгә күренеп капиталь ремонт программаларын тормошҡа ашырыу тиҙлеге артҡан, тип хәбәр иттеләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабында.
Белгород өлкәһе 2017 йылғы рейтинг лидеры булған, Липецк өлкәһе икенсе урында урынлашҡан. Өсөнсө урынды Башҡортостан һәм Татарстан республикалары бүлешкән. Тәүге ун төбәккә ғәҙәттәгесә рейтингта юғары урындар биләгән төбәктәр ингән. Улар араһында Мәскәү – 4-се урын, Тула өлкәһе – 6-сы урын һәм Һамар өлкәһе – 7-се урын. Ярты йыл элек ошо төбәктәр икенсе, өсөнсө һәм бишенсе урындарҙа торған.
Түбән баҫҡыстарҙа даими торған артта ҡалышыусы Рәсәй субъекттары рейтингы ла аптыратманы. Атап әйткәндә, Байкал аръяғы крайы 69-сы урында тора – ул капиталь ремонт программаһын ни бары 2 процентҡа үтәгән. Тверь өлкәһе лә 69-сы урынды биләй.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ экспертизаһы» үҙәге белгестәре асыҡлауынса, 2017 йылда уҙған осор менән сағыштырғанда капиталь ремонт программалары ғәмәлгә ашырыу үҫеше билдәләнгән. Әгәр элек өс йылда (2014-2016 йылдар) ни бары 188,8 мең эш үтәлһә, 2017 йылда ғына – 133,2 мең. Һөҙөмтәлә бер йылда ғына 30 йыллыҡ программаларҙың үтәлеш кимәле 2,7 проценттан 4,8 процентҡаса үҫкән.
Капиталь ремонт программалары буйынса эштең юғары тиҙлеген күрһәткән субъекттар граждандарҙың алдағы йылдарҙағы иғәнәләрен файҙаланған. Мәҫәлән, төбәк операторҙары капиталь ремонтҡа йүнәлткән дөйөм ил буйынса 167,6 миллиард һумдан 8,8 миллиард һум уҙған йылдарҙан тотонолмай ҡалған.
«2017 йыл йомғаҡтары буйынса тәүгә күп кенә төбәктәрҙә граждандарҙың аҡсалары эшһеҙ банк иҫәптәрендә ятмай, шунда уҡ тигәндәй капиталь ремонтҡа йүнәлтелеүен күрҙек. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереүгә өлгәшеүенә күрә быны эшләп булды. Хәҙер закон буйынса төбәктәрҙә ҡыҫҡа сроклы капиталь ремонт пландары бөтә сараларҙан сығып булдырылырға тейеш», — тип һөйләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ экспертизаһы» үҙәге етәксеһе Виктор Рожков.
Шул уҡ ваҡытта Халыҡ фронты белгестәре Рәсәйҙә әлегә йыллыҡ капиталь ремонт пландары булдырыуға етерлек иғтибар бүлмәгән 38 субъект һанаған.
Рейтингты төҙөгәндә «Халыҡ экспертизаһы» үҙәге эксперттары Рәсәй субъекттары «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы» рәсми порталында урынлаштырған отчеттарҙы файҙаланған. Төбәктәр дүрт критерий буйынса баһаланған: 30 йыллыҡ капиталь ремонт программаларын башҡарыу проценты, иғәнәләр йыйыу, уларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ йыллыҡ пландарҙы үтәү.
Капиталь ремонт программаларын үтәү буйынса 2017 йылғы төбәктәр рейтингын һәм исемлекте төҙөү алымын бында ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1138080-bashkiriya-voshla-v-troyku-luchshikh-regionov-po-vypolneniyu-kapremonta-onf/
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: