12:16 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Башҡортостан Хөкүмәте тәүге бала өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү алыусылар исемлеген киңәйтергә ниәтләй

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республика хөкүмәте ҡарары проектын әҙерләгән. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләлә беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә ҡағыла. Әле был проект килешеү процедураһын үтә.
«Проекттың маҡсаты — беренсе бала өсөн бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыусылар исемлеген киңәйтеү һәм ғаиләгә уҙған йылдың 18 апрелендә республика хөкүмәте ҡарары менән раҫланған беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тәртибе шарттарына тура килмәгән граждандарҙан күп һанлы мөрәжәғәттәрҙе кәметеү», — тип билдәләне комитеттың матбуғат секретары Елена Вершинина.
Ошо документты ҡабул итеү аҡса алыусылар исемлегенә киңәйтергә тейеш. Атап әйткәндә, тәүге баланың Башҡортостандан ситтә тыуыуы мөмкин. Яңы проект физик берәмектәр араһында эштәр башҡарыу (хеҙмәттәр күрһәтеү) тураһында гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр төҙөргә рөхсәт итә. Таныҡлыҡ туғыҙ айға тиклем ғәмәлдә була.
Бынан тыш, беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып 2017 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа тыуған ғаиләләр өсөн ғариза һәм документтар тапшырыу ваҡыты алты айға арттырыла.
Уҙған йылдың мартында республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Билдәләнгән тәртипкә ярашлы, аҡса икеһенең дә йәше 35-тән артмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләргә бирелә. Бындай ғаиләлә тәүге бала 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуырға тейеш.
Һуңынан ҡануни үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләр ҙә 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алырға хоҡуҡлы.
2017 йылдың майында Башҡортостандың Дәүләт комитеты граждандарҙан документтар ҡабул итә башланы. Ошондай түләү алыуға документтарҙы күп функциялы үҙәк офистарында ла тапшырырға мөмкин.
Ағымдағы йылда тәүге бала өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү өсөн 325 миллион һум ҡаралған.
Өс йыл дауамында ике меңдән ашыу кеше ошо программа буйынса сертификаттар алыр тип көтөлә.
Әлеге мәлдә 3 594 ғариза ҡабул ителгән, 1 750 таныҡлыҡ тапшырылған.
Социаль түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика