02:32 (UTC+5), 03 Апрель 2018

30-ҙан 100 мең һумға тиклем: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яңы вакансияларҙы баҫтырып сығарҙы

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте.
Министрлыҡ мәғлүмәте буйынса, «Чжифан» яуаплылығы сикләнгән компанияһында предприятиеның генераль директоры вакансияһы бар. Ун йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе, ҡытай телен яҡшы белеү мөһим.
Хеҙмәт хаҡы — 60-100 мең һум.
Ошо уҡ компанияға предприятие директоры, баш бухгалтер, сәнәғәттә баш инженер, производствоны әҙерләү инженеры, яңы техниканы һәм технологияларҙы индереү инженеры, юрисконсульт кәрәк.
Салауатта төҙөлөш материалдары һәм конструкциялар заводы тәьмин итеү буйынса тәжрибәле белгесте эшкә ҡабул итә. Уның бурыстары — тәьмин итеүселәргә заказдар әҙерләү, тәьминәт ваҡытын контролдә тотоу.
Хеҙмәт хаҡы — 32 мең һум.
Вахта ысулы менән эшләү өсөн 1-се Сорғот юл-төҙөлөш тресына ремонт эшләү һәм механизмдарҙы техник хеҙмәтләндереү, ҡорамалдар торошон тикшереү графиктарын төҙөү өсөн механик талап ителә.
Хеҙмәт хаҡы — 85 мең һум.
Ер эштәрен ойоштороу һәм үткәреү буйынса прораб та ошо уҡ ойошмала шундай эш хаҡына иҫәп тота ала.
Өфөләге төҙөлөш-монтаж компанияһы контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика монтажсыһын эшкә ҡабул итә. Бер йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе кәрәк. Командировкалар. Йәшәү, туҡланыу, юл йөрөү — эш биреүсе иҫәбенә.
Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.
Өфөләге «Башҡортостан экологияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юғары техник белемле, транспорт өлкәһендә биш йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәки Благовещенда йәшәгән баш механик кәрәк.
Хеҙмәт хаҡы — 40-45 мең һум.
Рәсәй Энергетика министрлығының «Ведомство һағы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Өфөләге филиалы хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү директоры ярҙамсыһын эшкә ҡабул итә.
Хеҙмәт хаҡы — 42 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1137672-ot-30-do-100-tysyach-rubley-mintrud-bashkirii-opublikoval-novye-vakansii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика