07:40 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Кемероволағы фажиғәнән һуң Башҡортостанда күпләп ут һүндергестәрен һатып алғандар

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Кемеровоның «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә булған фажиғәнән һуң һатыусылар янғынға ҡаршы тәғәйенләнештәге тауарҙар: ут һүндергестәрен, газдан һаҡлай торған сараларҙы, янғынға ҡаршы комплекттарҙы һәм уларға кәрәк-яраҡтарҙы күпләп алыуҙарын билдәләгән. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала ошондай һатып алыуҙар һаны бер ай алдан һатылған күләм менән сағыштырғанда биш тапҡырға артҡан.
Газдан һаҡлай торған сараларҙы һәм һаҡланыу битлектәрен йышыраҡ Краснодар крайында, Воронеж өлкәһендә һәм Мәскәүҙә алғандар. Ә ут һүндергестәрен – Пермь крайында, Башҡортостанда һәм Мәскәү өлкәһендә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, ошо тауарҙарға чектағы уртаса сумма был ваҡыт эсендә үҙгәрмәгән тиерлек.
Ут һүндергестәр уртаса – 100-110 һум, газдан һаҡлай торған саралар (противогаз) – 1000-1100 һум, фильтрлаған ярымбитлектәр һәм респираторҙар 90-100 һум тора. Янғынға ҡаршы комплекттар иң ҡиммәт тауарҙар булып һанала – 3600-3700 һум.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Кемероволағы фажиғәнән һуң Өфө биләмәһендә урынлашҡан 50-нән ашыу объектта алдағы ай дауамында мотлаҡ тикшереүҙәр буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1137652-posle-kemerovskoy-tragedii-v-bashkirii-massovo-raskupili-ognetushiteli/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика