Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Апрель 2018, 13:29

Башҡортостанда электричкала йөрөү арзаная

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 1 апрелдән республикала льготалылар өсөн Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы поездарында юл йөрөүгә 50 процентлы ташлама ҡаралған.
Билет алыу өсөн граждандарға паспорты менән бергә льготалы статусын раҫлаусы документ күрһәтергә кәрәк.
Льготалы юл хаҡы менән 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем тылда эшләгән кешеләр, Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны һәм пенсия таныҡлығы булған хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ хәрби хеҙмәт ветерандары, репрессияланған һәм һуңынан аҡланған граждандар, халыҡтың башҡа льготалы категориялары файҙалана ала.
http://www.bashinform.ru/news/1137512-v-bashkirii-proezd-na-elektrichkakh-stanet-deshevle-/
Читайте нас: