Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2018, 10:40

Башҡортостан һәм Төркиә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығыта

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 29 мартта Мәскәүҙә Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе резиденцияһында Төркиә илселеге һәм эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашыу үтте. Ул Рәсәй һәм Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм йылы тип иғлан ителгән 2019 йыл алдынан ойошторолдо. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан делегацияһына Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың власть органдары, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ бизнес-берләшмә вәкилдәре ингән. Делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәм Төркиәнең нефть химияһы, төҙөлөш, туризм кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Төркиәнең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз билдәләүенсә, һөйләшеүҙәрҙең төп маҡсаты – инвестиция эшмәкәрлегендә ысын һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
«Башҡортостан бай тәбиғи һәм иҡтисади мөмкинлектәргә эйә. Төркиә бизнесы вәкилдәре республика Хөкүмәте булышлығында Башҡортостан үҫешенә өлөш индерер тип ышанабыҙ: Төркиә эшҡыуарҙары 2025 йылға инвестициялар күләмен 10,5 миллиард долларға еткерә ала, – тине Төркиәнең Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе. – Башҡортостан шифахана ялы өлкәһендә мөһим урынды биләй һәм беҙ үҙебеҙҙең медиабаҙарҙа танытыу йәһәтенән булышлыҡ итергә әҙер».
Яҡтар республикаларҙың күптәнге сауҙа-иҡтиди бәйләнештәрен билдәләне һәм артабан да уларҙы нығытыуға ышаныс белдерҙе. Бөгөн Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 40-тан ашыу предприятие һәм ойошма эшләй.
Башҡортостан вәкилдәре төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов республиканың иҡтисади күрһәткестәрен һәм нефть химияһы, төҙөлөш, ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек, текстиль һәм йорт йыһаздары етештереү өлкәһендә өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен ентекләп һөйләне.
Төркиәнең һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында эшлекле һөйләшеүҙәр булды, тип хәбәр иттеләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Төркиә эшҡыуарҙары Башҡортостандың моноҡалаларында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен өйрәнәсәк. Төркиәлә һәм Башҡортостанда уҙғарыласаҡ махсуслаштырылған сараларҙа ҡатнашыу өсөн эшлекле даирә делегациялары менән алмашыу башлана.
Мәҫәлән, ШОС һәм БРИКС илдәренең сираттағы Төбәктәрҙең кесе эшҡыуарлыҡ форумы сиктәрендә ағымдағы йылдың октябрендә Өфөлә Башҡортостан һәм Төркиә эшҡыуарҙары өсөн түңәрәк өҫтәл ойоштороу күҙаллана. Үҙ сиратында, Башҡортостандың бизнес-берләшмә вәкилдәре 2018 йылдың сентябрендә традицион Измир йәрминкәһендә ҡатнашыуға саҡырылған. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм йылы сиктәрендә бер төркөм сараларҙы Башҡортостанда үткәреү күҙҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1136635-bashkiriya-i-turtsiya-ukreplyayut-torgovo-ekonomicheskie-svyazi/
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: