Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2018, 17:30
Ял көндәрендә өфөләрҙе йәрминкәләргә саҡыралар
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Баш ҡаланың ике районында 31 мартта һәм 1 апрелдә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа.
31 мартта Өфөнөң Ленин районында ит, бал, йәшелсә һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында ойошторола.
Октябрь районында йәрминкә 31 мартта һәм 1 апрелдә Спорт һарайы алдындағы майҙанда була.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1136361-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarki-vykhodnogo-dnya/
Теги:
ауыл хужалығы йәрминкәләре
Читайте нас: