08:20 (UTC+5), 29 Марта 2018

Республикала яңы «аҡсалы» вакансиялар иғлан ителде

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте.
Министрлыҡ мәғлүмәте буйынса, «Уфапромнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нефть продукттары һәм нефть химияһы һатыу буйынса белгесте эшкә ҡабул итә. Эш тәжрибәһе мотлаҡ. Юғары белем кәрәк.
Өфөләге «Аҙ ҡатлы төҙөлөш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе менән баш бухгалтер урынбаҫары талап ителә.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Благовещен районы буйынса бүлегендә тәфтишсе һәм полиция учатковыйы 40 мең һумға яҡын эш хаҡына, төрлө льготалар пакетына иҫәп тота ала. Юғары белем мотлаҡ.
Бөрө стоматология поликлиникаһы тәжрибәле стоматолог-ортодонт һәм балалар стоматологын эҙләй.
Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һумға тиклем.
«Хәбибрахманова Э.Х.» предприятиеһы кафеға администратор эҙләй. Хеҙмәткәрҙең бурыстары — кафеның эшен һөҙөмтәле итеп ойоштороу, персоналға етәкселек итеү, шулай уҡ бешерелгән ризыҡтарҙың сифатын контролдә тотоу.
Эш хаҡы — 30 мең һум.
«Агроспецпрогресс Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ауыл хужалығы, коммуналь һәм башҡа махсус техника һатыу буйынса менеджерға ла ошондай хеҙмәт хаҡы тәҡдим итәләр.
Өфөләге «Стройвертикаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 5-6 разрядлы машинист талап ителә. Эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Хеҙмәт хаҡы — 30-50 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1136167-v-bashkirii-opublikovany-novye-denezhnye-vakansii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика