07:25 (UTC+5), 29 Марта 2018

Башҡортостан — агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы аҡсаһын үҙләштереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Дәүләт Думаһындағы аграр мәсьәләләр буйынса комитеттың парламент тыңлауҙарында статс-секретарь, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Иван Лебедев «Агросәнәғәт комплексына бюджет ярҙамын камиллаштырыу: федераль һәм төбәк аспекттары» темаһына сығыш яһаны.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, Иван Лебедев 2017 һәм 2018 йылдарҙа дәүләт ярҙамы сараларын үтәүгә йомғаҡ яһаны, аграрийҙарҙы йылына 5% юғары булмаған ставка буйынса льготалы кредитлау механизмын ғәмәлгә ашырыуға ентекле туҡталды. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы дөйөм суммаһы яҡынса 170 миллиард һум булған льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар биреүҙе хупланы ла инде.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, хупланған ғаризаларҙың 80% буйынса кредиттар алынған — 148 миллиард һумға 5,2 мең кредит. Бүрәт Республикаһы һәм Башҡортостан, Ставрополь крайы, Калуга, Пенза, Рязань, Архангельск, Һарытау өлкәләре алдынғы урында килә. Был субъекттарҙа субсидияларҙың 90% ашыу лимиты бүленгән.
Министр урынбаҫары хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын кредитлауҙа ыңғай динамиканы билдәләне.
«Быйыл Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына 3,5 мең кредитты хупланы, был уҙған йылға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Бүрәт Республикаһында һәм Башҡортостанда, Ставрополь крайында, шулай уҡ Омск, Рязань, Тамбов һәм Пенза өлкәләрендә кесе формаларҙы кредитлауға лимиттар тулыһынса үҙләштерелгән», — тине Иван Лебедев.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә 242 миллиард һум бүленгән.
http://www.bashinform.ru/news/1136037-bashkiriya-sredi-regionov-liderov-po-osvoeniyu-sredstv-gospodderzhki-apk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика