06:23 (UTC+5), 28 Марта 2018

Илдең Төҙөлөш министрлығы 2018 йылда Башҡортостанда төҙөлөп бөтөргә тейешле йорттарҙың исемлеген баҫтырып сығара

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Апрель башында Рәсәй Төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының сайтында 2018 йылда Башҡортостанда файҙаланыуға тапшырылырға тейешле йорттарҙың исемлеген баҫтырып сығара.
«Хәҙер беҙ бынан алда урынлаштырылған план-графикка үҙгәрештәр индерәбеҙ, һәм апрель башында уҡ Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығында быйыл сафҡа индереү күҙалланған проблемалы объекттар һанын күрергә мөмкин, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов. — Шуны билдәләп үтәм: һәр объект үҙенең хаҡы менән үҙенсәлекле. Мәҫәлән, кредиторҙарҙың береһе Яңы Булгаковта 500 кешегә өйҙәр һалыуҙы тамамлауға 200 миллион һум аҡса тотона. Яңғыҙ объекттар булмай, шуға күрә ниндәйҙер стандарт сумма тураһында һүҙ алып барыу — әҙәпһеҙлек».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әле республикала 33 проблемалы объект һәм 5,6 мең алданған өлөшсө иҫәпләнә. Әлеге мәлдә намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргәндәр Реестрында бөтәһе 1140-тан ашыу граждан бар.
http://www.bashinform.ru/news/1135035-minstroy-rossii-opublikuet-spisok-problemnykh-domov-bashkirii-kotorye-dostroyat-v-2018-godu/
1 из 3
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика