06:00 (UTC+5), 28 Марта 2018

Өфөлә Рәсәй төбәктәрендә инвестиция эшмәкәрлеген тикшерәләр

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы башланғысы буйынса «Рәсәй төбәктәрендә инвестиция эшмәкәрлеге. Инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн «Берҙәм тәҙрә» булдырыу» тигән кәңәшмә асылды. Бөгөнгө кәңәшмә протоколы Рәсәй Федерацияһы Президентының майҙағы указдары нигеҙены ятасаҡ.
Кәңәшмә Кемероволағы янғында һәләк булғандарҙы иҫкә алыуға арналған бер минут тынлыҡтан башланды.
Фекер алышыуҙа меңләгән кеше – Волга буйы федераль округы һәм илдең башҡа төбәк вәкилдәре ҡатнаша. Улар араһында – федераль башҡарма власть органдары, кредит-финанс учреждение, страховка компанияһы, Рәсәй төбәктәре, муниципалитеттар, тармаҡ ассоциациялары, бизнес-берләшмә вәкилдәре.
Пленар ултырыштың төп темаһы – Волга буйы федераль округы миҫалында Рәсәй субъекттарына инвестициялар йәлеп итеү.
Яңыраҡ Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, «инвестицияларҙы арттырыу Рәсәй иҡтисады үҫешенең төп сығанаҡтарының береһе булып тора». Ул шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы борсоған төп мәсьәләләрҙең береһен атаны – ул финанс ресурстар менән ҡулланыуға бәйле ҡыйынлыҡтар.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән асыҡ кәңәшмәһендә көндөң икенсе яртыһында төбәк инвестиция проекттарының бизнес-инициативаларын «Берҙәм тәҙрә» системаһы буйынса ҡарау күҙаллана.
Тармаҡ кәңәшмәләре блогы сиктәрендә төбәк сәнәғәт потенциалының «юл картаһы»н, электр энергетикаһы субъекттарының инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙы, агросәнәғәт комплексында яңы производстволар төҙөүҙө, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын комплекслы яңыртыу һорауҙарын тикшереү күҙалланған.
http://www.bashinform.ru/news/1135277-v-ufe-obsuzhdayut-investitsionnuyu-deyatelnost-v-regionakh-rossii/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика