07:20 (UTC+5), 28 Март 2018

Башҡортостандағы районда бәләкәй ауылдарҙы автокибет менән хеҙмәтләндереү яйға һалынды

IMPORT Сервисный
ӨФө, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Баҡалы районында магазиндары булмаған 13 ауылда сауҙа хеҙмәтләндереүе ойошторолдо. Автокибет был ауылдарға ҡышҡыһын аҙнаһына бер тапҡыр килә, йәй көнө — йышыраҡ. Быға тиклем аҙыҡ-түлек артынан халыҡҡа район үҙәгенә йә иһә башҡа ауылдарға йөрөргә тура килгән.
Баҡалы районы — республика ҡаҙнаһынан финансланған күсмә сауҙаны үҫтереү проектында ҡатнашҡан унауҙың береһе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитетынан.
«Автокибет икмәк-ҡаластар, макарон изделиелары, ярымфабрикаттар, колбаса, һөт ризыҡтары килтерә. Күсмә магазинда һыуытҡыс, туңдырғыс, йыйыу урыны һәм шкафтар бар, фургонда бүлмә температураһы һаҡлана», — тип һөйләнеләр районда проекттың операторы булған «Баҡалы» ҡулланыусылар йәмғиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1135315-v-rayone-bashkirii-naladili-obsluzhivanie-malykh-dereven-avtolavkoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика