11:57 (UTC+5), 26 Марта 2018

Республикала нимә күберәк табыш килтерә – статистика

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылда республика ойошмалары 264,5 миллиард һум килем алған, йәки 2016 йылғы кимәлгә 163,3%, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Дөйөм табышҡа иң ҙур өлөштө эшкәртеүсе производство өлкәһе ойошмалары индергән — 226,1 миллиард һум.
Икенсе урында транспортировка һәм һаҡлау өлкәһе предприятиелары килә — 11,6 миллиард һум. Өсөнсөлә — профессиональ, фәнни һәм техник эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән учреждениелар һәм ойошмалар — 10,6 миллиард.
Дүртенсе урынды электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү өлкәһе ойошмалары биләй — 9,6 миллиард һум.
Бишенсе урында төҙөлөш ойошмалары тора, 2017 йылда уларҙың дөйөм килеме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айырымланған килем суммаһы буйынса Башҡортостан икенсе урынды биләй. Ил буйынса — туғыҙынсы урын. Былтыр Рәсәй ойошмаларының айырымланған килеме 10 триллион һум тәшкил иткән.
2017 йылда республикала зыянға эшләгән ойошмалар өлөшө 21,3% булған. Зыян күләме 24,5 миллиард һумға тиң.
Статистар билдәләүенсә, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында зыянға эшләгән ойошмаларҙың иң түбән проценты Башҡортостанда. Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостан бишенсе урынды биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1134484-chto-bolshe-vsego-prinosit-pribyl-v-bashkirii-statistika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика