04:32 (UTC+5), 26 Марта 2018

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса тәүге өс лидерға ингән

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан 2017 йылда йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге өлкәһендә төбәктәрҙең йомғаҡлау рейтингында өсөнсө урын алды, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Йәштәрҙең эштәре буйынса федераль агентлыҡ 2017 йыл өсөн дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы төбәк башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелегенең йомғаҡлау рейтингын әҙерләгән.
Исемлекте Татарстан Республикаһы етәкләй (үтәү күрһәткесе 72,7 процент), ул Ямал-Ненец автономия округын ундан бер процентҡа уҙып киткән. Башҡортостанда – өсөнсө урын һәм 68,5 процент үтәү күрһәткесе.
Белешмә. Профилле төбәк стуктураларының эшмәкәрлеге уларҙың дәүләт йәштәр сәйәсәте йүнәлештәре буйынса 58 һөҙөмтәлелек критерийына ярашлы баһаланды. Бындай система башҡарма власть органдарының эш һөҙөмтәһен: сараларҙы, Бөтә Рәсәй форум кампанияһын, грант ярҙамын, «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән эште, институттарҙы, инфраструктураларҙы, коммуникацияларҙы, норматив-хоҡуҡи базаны ентекләп ҡарарға мөмкинлек бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1134075-bashkiriya-voshla-v-troyku-liderov-po-effektivnosti-realizatsii-molodyezhnoy-politiki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика