11:58 (UTC+5), 23 Марта 2018

Республикала иң яҡшы юл яны сервисы объектын асыҡлайҙар

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Иң яҡшы юл яны сервисы объекты» республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
«Конкурста туғыҙ номинация ҡаралған, — тип хәбәр итте республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова. — Улар араһында — «Иң яҡшы предприятие етәксеһе (эшҡыуар)», «Иң яҡшы юл сервисы комплексы», «Иң яҡшы ҡунаҡхана комплексы», «Иң яҡшы автозаправкалау комплексы», «Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы», «Иң яҡшы дөйөм туҡланыу предприятиеһы», «Иң яҡшы автотранспортты техник хеҙмәтләндереү станцияһы», «Иң яҡшы ял майҙансығы», «Авторадио»нан махсус награда». Бынан тыш, Гран-при — «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы юл яны сервисы объекты»
Конкурстың маҡсаты — автомобиль юлдарында заманса юл яны инфраструктураһын үҫтереү һәм булғандарын яңыртыу, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, шулай уҡ сервис хеҙмәтләндереүе өлкәһендә прогрессив технологиялар индереү һәм юл яны инфраструктураһын үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Сараны ойоштороусы — Башҡортостандың «Юл яны сервисын үҫтереүгә булышлыҡ итеү» ассоциацияһы.
Конкурста ҡатнашыуға документтар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1133247-v-bashkirii-nazovut-luchshiy-obekt-pridorozhnogo-servisa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика