04:30 (UTC+5), 22 Март 2018

Тәбиғи дарыу саралары етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыу ярҙамында төбәктә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Нуриман районының Красная Горка ауылында дарыу үләндәренән һәм емеш-еләк сеймалынан продукция етештереү буйынса проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул республиканың төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы райондарында индерелгән проект идаралығы нигеҙҙәрендә ғәмәлгә ашырыла. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.
«Яңы етештереү урыны ярҙамында республикала файҙалы һәм тәбиғи дарыу саралары етештереләсәк, ә ауылда яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк», – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Әхийәрова.
Проект ағымдағы йылдың ғинуарында эшләй башланы һәм иҡтисадҡа алдан эшләтә башламаған ресурстарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дарыу үләндәре әҙерләү, киптереү һәм фасовкалау буйынса яңы предприятие асып булды. Етештереү урыны сеймал эшкәртеү буйынса 40 эш урынына иҫәпләнгән. Проект ауылда дарыу сеймалы йыйыусыларҙы килем менән тәьмин итәсәк. Йыйыу һәм эшкәртеү миҙгеле апрелдә башлана инде һәм октябрь аҙағынаса дауам итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1132792-blagodarya-realizatsii-proekta-po-proizvodstvu-naturalnykh-lekarstvennykh-trav-v-bashkirii-poyavyats/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика