06:50 (UTC+5), 22 Марта 2018

Төбәктә эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме аталды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикала февраль өсөн эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны. Ғинуар менән сағыштырғанда ул бер аҙға кәмегән һәм 4 033 һум тәшкил итә, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн иң түбән йәшәү дәүмәленән 43,9 процент.
Республикала иң түбән кимәлдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар 34,1 процент тәшкил иткән, иң ҙурын алыусылар – 53,3 процент.
Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 8,2 меңгә яҡын кешегә эшһеҙ статусы бирелгән.
1 мартҡа рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 22,5 мең кешегә еткән. Уларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Эшһеҙҙәрҙең 56 проценттан күберәге – ҡала халҡы. Дөйөм эшһеҙҙәр иҫәбенән яртыһы тиерлек урта һәм башланғыс профессиональ белемгә эйә.
http://www.bashinform.ru/news/1132948-v-bashkirii-nazvan-sredniy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика