06:00 (UTC+5), 22 Март 2018

Республика халҡы төҙөкләндереләсәк парктарҙы һәм скверҙарҙы үҙҙәре һайланы

Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса рейтинг тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды. Ул 18 мартта республикалағы 20 меңдән ашыу кеше йәшәгән 24 ҡалала һәм ҡала биләмәһендә уҙғарылды. Унда 14 йәштән өлкән 988 мең ҡала халҡы ҡатнашты – ул тауыш биреүҙә ҡатнаша алғандарҙың 53 проценты. Тауыш биреүгә тиклем ошо тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙән ғариза йыйыу буйынса эш торҙо – кешеләрҙән, уларҙың фекеренсә, тағы ниндәй йәмәғәт урындары программаға индерелергә тейеш тип һоранылар. Һөҙөмтәлә бөтөн республика буйынса ошондай 109 биләмә – парктар, скверҙар, аллеялар, яр буйҙары һәм йәйәүлеләр зонаһы тауыш биреүгә сығарылды.
Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреүҙә 38 биләмә еңде – нәҡ улар яҡын ваҡытта төҙөкләндерелесәк.
Өфө:
— «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы (1-се фото);
— «Тулҡын» скверы (2-се фото).
Ағиҙел:
— «Еңеү паркы» мемориаль комплексын яңыртыу.
Күмертау:
— Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (3-сө фото).
Стәрлетамаҡ:
— Хоҙайбирҙин урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы.
Сибай:
— «Йәшлек» скверы;
— Ветерандар аллеяһы;
— Маяковский исемендәге сквер.
Салауат:
— «Октябрь» кинотеатры артындағы сквер.
Нефтекама:
— ҡала паркындағы төп сәхнәһе скверын төҙөкләндереү.
Октябрьский:
— «Ял» скверы биләмәһен төҙөкләндереү.
Туймазы:
— Ветерандар аллеяһы;
— «Олимпсы» спорт-сәләмәтләндереү комплексы.
Бөрө:
— «Умникум» үҙәге сауҙа-офис комплексы паркы.
Ишембай:
— Стахановский урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү.
Мәләүез:
— «Дан» мәҙәниәт һәм ял паркы.
Белорет:
— Блюхер һәйкәлен һәм уның эргә-тирә биләмәһен ремонтлау.
Дәүләкән:
— ҡаланың үҙәк паркы.
Бәләбәй:
— ҡала быуаһы;
— сәләмәтлек һуҡмағы;
— Коммунистик урамы буйынса тротуар;
— Үҙәк мәҙәниәт һарай янындағы биләмәне төҙөкләндереү.
Шишмә ҡала тибындағы ҡасаба:
— 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға арналған обелискты яңыртыу.
Учалы:
— Ҡунаҡбаев урамы буйынса йәйәүлеләр тротуары;
— Чехов урамы буйынса йәмәғәт биләмәһе.
Яңауыл:
— мәҙәниәт һәм ял паркында фонтанды яңыртыу.
Дүртөйлө:
— А. Матросов исемендәге парк.
Благовещен:
— ҡала Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан.
Иглин:
— Ленин исемендәге обелиск.
Баймаҡ:
— «Хеҙмәт» стадионында балалар өсөн уйын маҙансығы ойоштороу;
— Чекмарев урамы буйынса сквер;
— С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы;
— «Имамов» магазинынан С. Юлаев проспекты буйынса сквер.
Приютово:
— Тыныслыҡ бульвары буйынса йәйәүлеләр зонаһы;
— Комсомол урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы;
— Пролетар урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы.
Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек:
— Олимпия урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы;
— Ленин урамы буйынса парк.
http://www.bashinform.ru/news/1132849-zhiteli-gorodov-bashkirii-sami-opredelili-parki-i-skvery-kotorye-budut-blagoustroeny/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика