13:57 (UTC+5), 22 Марта 2018

Рәсәйҙә килемгә һалымдың артыуы ихтимал

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте килемгә һалымды 13 проценттан 15 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр итә «Известия».
Баҫма билдәләүенсә, төрлө саралар тикшерелә, ләкин уларҙың барыһы ла тәҡдимдәр генә.
Беренсе вице-премьер Игорь Шувалов һәм Финанс министрлығы вәкилдәре комментарий биреүҙән баш тартҡан.
Баҫма НДФЛ артасағы хаҡында ғинуар айында уҡ хәбәр иткәйне, әммә ҡарар ҡабул ителмәне. Ул саҡта Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов бындай аҙымдарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Кремлдә әйтеүҙәренсә, әлегә бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул ителмәй.
21 мартта ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Рәсәй һалым системаһын «көйләү» кәрәклеге тураһында белдерҙе. Һәр һалым системаһы үҙ-ара бәйле бурыстарҙы башҡара. Бер яҡтан - бюджетты тулыландыра, икенсенән структуралы үҫешкә булышлыҡ итергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1132906-v-rossii-mozhet-vyrasti-podokhodnyy-nalog/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика