07:50 (UTC+5), 22 Марта 2018

Forbes Рәсәйҙәге иң ышаныслы банктар исемлеген төҙөгән

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Росбанк, Юникредит банкы, Райффайзенбанк – сит ил банкттары бүлексәләре Рәсәйҙәге 100 иң ышаныслы банк рейтингын етәкләй – 2018 йылғы Forbes журналы. Былтыр рейтингты етәкләгән Һаҡлыҡ банкы быйыл дүртенсе баҫҡысты биләй, тип хәбәр иттә ТАСС агентлығы.
«Банктың Forbes журналы рейтингында юғары урында булыуы аҡса һалыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә уға таяныу мөмкинлеген иҫбатлай. Бөтә банктар – Рәсәй банкының финанс бүлеге алып барған таҙартыу эштәрен үткән былтырғы ышаныс рейтингында ҡатнашыусылар (былтыр 50-ләгән лицензия тартып алынған)», — тип билдәләй Forbes.
Иң ышаныслылар категорияһына бөтәһе 13 банк ингән, бер йыл алдан улар 11 булған. Уға BBB- һәм BB+ (Fitch) рейтингы менән сит ил банктары бүлексәләре һәм ҙур-ҙур Рәсәй банктары ингән.
Был төркөмдә бишенсе баҫҡыстан 13-сөгә тиклем Ситибанк, «Нордеа», ВТБ, Bank of China, «Интеза», Газпромбанк, Альфа-банк, Россельхозбанк һәм «Рәсәй капиталы» банкы тора. Өҫтәүенә «Нордеа» һәм «Рәсәй капиталы» банкы был категорияға тәүгә эләккән.
Икенсе төркөмгә «имен эшлекле мөхиткә бәйле» BB һәм BB- (Fitch) рейтингы менән 19 ышаныслы ғына банк ингән.
«Иҡтисади шарттар насарайған хәлдә лә уларҙың йөкләмәләрҙе үтәү өсөн алмаш финас ресурстары бар», — тип айырып әйтте баҫма.
Улар араһында — Бөтә Рәсәй төбәктәр үҫеше банкы, ОТП Банк, «Зенит», АБ Рәсәй, Мәскәү кредит банкы, Совкомбанк, Росевробанк, Челиндбанк, Тинькофф Банк, «Аверс», «Санкт-Петербург банкы».
http://www.bashinform.ru/news/1133017-forbes-sostavil-reyting-samykh-nadezhnykh-rossiyskikh-bankov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика