09:50 (UTC+5), 22 Март 2018

Башҡортостанда комфорт-класлы ҡунаҡханалар һәм йылға терминалы төҙөлә

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ике яңы объект индерелгән. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, һүҙ Ғафури районында ҡунаҡхана корпустарын һәм Ағиҙел моноҡалаһы биләмәһендә асыҡ нефть продукттарын тейәү буйынса йылға терминалын төҙөү хаҡында бара.
Тәүге инвестиция проектының инициаторы булып «АСПЕКТ-ПЛЮС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Ул ике этапта ғәмәлгә ашырыла. Беренсеһе – «Ҡунаҡхана хужалығы» – ике өс ҡатлы корпус һәм кафе төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Һәр ҡунаҡханала комфорт-класлы 50 ике урынлыҡ номер ҡаралған. Икенсеһе – «Башҡорт ауылы» – комфорт-класлы 12 бүрәнә йорт һәм VIP-класлы өс бүрәнә өй. Бөтә йорттарҙың да террасаһы һәм мангал зонаһы бар. Өйҙәрҙе милли колорит менән биҙәү һәм йыһазландырыу күҙаллана.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме 302 миллион һум тәшкил итә, 100 яңы эш урыны булдырыла. Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн унға яҡын эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Төҙөлөштө ике йыл эсендә тамамларға ниәтләйҙәр.
Икенсе проект «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай. Инициаторы – «БАШАТОМТЕРМИНАЛ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 345 миллион һум, яңы эш урындары һаны – 31. Ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – ике йыл. Йылға терминалын төҙөү төбәктә һыу транспортын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 148,6 миллиард һумдан ашыулыҡ 42 проект бар. Яңы эш урындары туғыҙ меңдән артып китә.
http://www.bashinform.ru/news/1132750-v-bashkirii-postroyat-gostinitsy-komfort-klassa-i-rechnoy-terminal/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика