07:15 (UTC+5), 21 Марта 2018

Төбәктә эш хаҡы буйынса иң бай һәм ярлы тармаҡтар аталды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан статистары быйылғы ғинуарҙа төрлө иҡтисад тармағындағы хеҙмәткәрҙәргә түләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы күләмен хәбәр итте.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, дөйөм алғанда, тармаҡтар буйынса төбәктә уртаса эш хаҡы ғинуарҙа 30 190 һумдан артҡан. Был уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 10,4 процентҡа күберәк.
Тармаҡтар киҫелешендә Башҡортостанда иң күп эш хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгәндәр ала – айына уртаса 67 396 һум. Ул 2017 йылдың ғинуарынан ете процентҡа күберәк.
Шартлы иң килемле тармаҡтарҙа икенсе урында – файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу. Был өлкәлә уртаса эш хаҡы 52 295 һумдан артып китә.
Башҡортостанда өс иң аҡсалата тармаҡҡа химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү ингән – айына уртаса 44 724 һум.
Дүртенсе урында – башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү. Был өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы ғинуарҙа 44 214 һумға еткән.
Эш хаҡы рейтингында бишенсе урында – компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар етештереү – 41 596 һум.
Башҡортостанда эш хаҡына иң ярлы иҡтисад өлкәләре булып түбәндәгеләр тора: «Күн һәм күндән изделиелар етештереү» - айына уртаса 12 698 һум, «Йорт йыһаздары етештереү» - 14 642 һум, шулай уҡ «Урмансылыҡ һәм урман әҙерләү» һәм «Ҡунаҡханалар һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары эшмәкәрлеге» 16 628 һәм 16 653 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1132429-v-bashkirii-nazvany-samye-bogatye-i-bednye-otrasli-po-zarplate/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика