11:05 (UTC+5), 21 Марта 2018

Республикала балалар баҡсаларында ата-әсәләр түләүенең иң күп күләме билдәләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль балалар баҡсаларында бала ҡарау һәм тәрбиләү өсөн түләтелгән ата-әсәләр түләүенең иң күп күләмен билдәләне. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 21 мартта төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Ҡарар 2018 йылдың 1 ғинуарында барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә тарала.
Документҡа ярашлы, республика ҡалалары араһында бала ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн иң күп түләү күләме Өфөлә билдәләнгән – айына 2 730 һум. Иң аҙы Ағиҙелдә – 1 787 һум.
Башҡортостан райондарына килгәндә, иң юғары ата-әсә түләүе Өфө районында – 2 526 һум, шулай уҡ Дәүләкән һәм Иглин райондарында – 2 407 һәм 2 169 һум.
Иң күп ата-әсә түләүенең иң бәләкәй күләме Йылайыр районында билдәләнгән – айына 1 104 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1132341-v-bashkirii-ustanovlen-maksimalnyy-razmer-roditelskoy-platy-v-detsadakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика