09:23 (UTC+5), 20 Марта 2018

Башҡортостанда 988 меңдән ашыу кеше төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа тауыш биргән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 988 меңдән ашыу кеше 2018-2019 йылдарҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Был турала республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республикалағы 24 тораҡ пунктта йәшәүселәр 109 йәмәғәт биләмәһен — парк, сквер, аллея, йәйәүлеләр зонаһын, яр буйҙарын һәм урамдарҙы һайлаған. Тиҙҙән тауыш биреүгә йомғаҡ яһала. Аҙна аҙағына тиклем еңеүселәр хаҡында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарыу күҙаллана.
Быйыл өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙа бөтәһе 63 муниципалитет ҡатнаша. Ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан ашып китә. Шуның 891 миллион һумы — федераль бюджеттан, 175 миллионы — республика ҡаҙнаһынан.
2017 йылда Башҡортостанда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа 23 муниципаль берәмек ҡатнашҡан. 416 ихата һәм 37 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1131507-bolee-988-tysyach-zhiteley-bashkirii-progolosovali-v-vybore-obshchestvennykh-territoriy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика