Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март 2018, 10:40

Дүртөйлө районында тауар бетоны етештереү ойошторолған

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дүртөйлөлә «Регион-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Дүртөйлө Бетон Сервис» етештереү базаһында булды.
2013 йылда төҙөлгән предприятие тауар бетоны, иҙелмә, керамзит блоктар, ҡоҙоҡ блоктары, төҙөкләндереү изделиелары сығара. Цехтарҙа сит ил һәм Рәсәй ҡорамалдары ҡуйылған.
Директор Рөстәм Китапов һүҙҙәренсә, «Дүртөйлө Бетон Сервис» продукцияның сифатын күтәреү, уның күләмен һәм төрлөлөгөн арттырыу өҫтөндә даими эшләй. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа предприятиела профнастил һәм металл черепицаһы сығарыу үҙләштерелгән.
Сауҙа нөктәһенән һатыуҙан тыш, тауарҙы ҡулланыусыға илтеп биреү ойошторолған. Предприятие продукцияһы Дүртөйлөлә генә түгел, сиктәш райондарҙа ла һорау менән ҡуллана.
Республика Башлығы «Дүртөйлө Бетон Сервис»тың етештереү майҙансығын ҡараны, уның артабанғы үҫеш перспективаларын тикшерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1129622-v-dyurtyulinskom-rayone-organizovano-proizvodstvo-tovarnogo-betona/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: