06:45 (UTC+5), 16 Март 2018

Республикала колледж студентына «АгроЙәшлек» конкурсында еңгәне өсөн велосипед бүләк иттеләр

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған дөйөм белем биреү уҡыусылары араһында «АгроКомплекс-2018» ХХVIII халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә уҙғарылған «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник һәм инновацион ижад конкурсы тамамланды.
Конкурс 7-17 йәштәге уҡыусылар һәм урта һөнәри белем биреү студенттары араһында иң яҡшы ғилми проекттар, асыштар, тикшеренеү эштәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран ауылы филиалының беренсе курс студенты Ренат Низамов «АгроЙәшлек» конкурсы логотибын уйлап табыуҙа беренсе урын алды. Был категорияла бөтә республиканан йәмғеһе 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Ренат Низамовтың эше юғары кимәлдә баһаланды. Ул диплом һәм ҡиммәтле бүләк – велосипед менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева тәбрикләне, тип хәбәр иттеләр Шаран районы хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1129065-v-bashkirii-studentu-kolledzha-za-pobedu-v-konkurse-agroyunost-vruchili-velosiped/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика