Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2018, 17:29

Башҡортостан халҡының оптимизмы бар, кешеләр республикабыҙҙың үҫешен күрә — Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан иҡтисады күп планлы, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса һөҙөмтәләр уртаса, халыҡтың оптимизмы бар, кешеләр республикабыҙҙың үҫешен күрә, тип билдәләне республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы — «Башҡортостан» ДТРК-һы етәкселәре менән әңгәмәлә.
Ваҡлап сауҙа итеүҙә һандар уртаса, үҫеш 2016 йылға ҡарата 102,5 процент тәшкил иткән, тип һөйләне республика башлығы. Төбәктә йәшәүселәр былтыр 2016 йылға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк автомобиль һатып алған.
Уҙған йылда 35 000 яңы фатир файҙаланыуға тапшырылған. Әгәр ғаиләлә уртаса өс кеше икән, тимәк, 100 меңгә яҡын кеше үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан тигән һүҙ. Быны Октябрьский ҡалаһы халҡы менән сағыштырырға мөмкин.
«Һуңғы ете-һигеҙ йыл эсендә бөтәһе 20 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән. Өфөнөң бөтә торлаҡ фонды 20 миллион квадрат метр тип әйтә алам. Йәғни һиҙелмәйенсә генә тағы бер ҙур ҡала төҙөлгән», — тине төбәк башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, әле республика халҡы үҙ иҫәптәрендә 360 миллиард һумға яҡын аҡса тота, өҫтәүенә ошо аҡса күләме даими үҫә бара. 2010-2011 йылдар менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артҡан. Шуныһы мөһим: был аҡсаны инфляция «ашамай». 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса ул республикала бик түбән — 1,4 процент.
«Ауыл хужалығында күрһәткестәр һәйбәт. Республика үҙен төп аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә. Ашлыҡ, ит, һөт, йомортҡа, ҡыяр, томат — ҡулланыу нормаһы күҙлегенән быларҙың барыһы ла 100 проценттан артығыраҡ — 120-150 процент. Беҙ ошо аҙыҡ-түлек менән һатыу итәбеҙ. Бынан тыш, агропроизводство бөгөн кооперация, ваҡ эшҡыуарҙарҙы, шәхси эшҡыуарҙарҙы берләштереү, яңы сифат алыу йәһәтенән һәйбәт эшләй. Ошо иҡтисади һөҙөмтәләрҙән сығып — һалымдар, бюджет. Әйткәндәй, 2017 йылда бюджет профицит менән тамамланған», — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1129318-u-naseleniya-bashkortostana-est-optimizm-lyudi-vidyat-razvitie-nashey-respubliki-rustem-khamitov/
Читайте нас: