06:26 (UTC+5), 15 Марта 2018

Өфөлә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн онлайн-кассалар буйынса бушлай семинар уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 3 апрелдә Өфөлә милекселәр, директорҙар, бухгалтерҙар өсөн бушлай семинар үткәреү күҙаллана. Уның темаһы — онлайн-касаларға күсеү. Ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем билдәләнгән килемгә берҙәм һалымдың һалым режимын һәм патент файҙаланған предприятиеларҙа, шулай уҡ дөйөм туланыу предприятиеларында Федераль һалым хеҙмәте менән тоташтырылған яңы ҡоролмалар ҡулланылырға тейеш.
Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем бара. Семинарҙың программаһы менән бында танышырға мөмкин.
Ошо өлкәлә эшләгән шәхси эшҡыуарҙар өсөн компенсация ҡаралған. Әгәр техника 2018 йылдың 1 июленә тиклем һатып алынған икән, һәр яңы онлайн-касса өсөн тотоп ҡалынған һалым рәүешендә 18 мең һумды кире ҡайтарырға мөмкин. Шуға күрә техниканы алдан һатып алыу яҡшыраҡ, уны 2018 йылдың апрель-май айҙарында ла теркәргә мөмкин, тип кәңәш бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында.
http://www.bashinform.ru/news/1128111-v-ufe-provoditsya-besplatnyy-seminar-po-onlayn-kassam-dlya-malogo-biznesa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика